

Уҙған ял көндәрендә Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Рөстәм Ғәзизов, республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Артем Ковшов, торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты рәйесе Илшат Сәйетов һәм мәғариф министры урынбаҫары Филүс Минәзев төҙөлөш эштәре барған объектта булды, тип хәбәр итте Өфө районы башлығы Николай Ельников.
Күсмә кәңәшмәлә ҡатнашыусылар төҙөлөштө тамамлау ваҡытына һәм эштәрҙең сифатына ҡағылышлы мәсьәләләрҙе тикшерҙе.
«Төҙөлөп ятҡан мәктәп 640 уҡыусыға иҫәпләнгән һәм 160 урынлыҡ балалар баҡсаһы менән берләштерелгән. Ошо заманса белем биреү комплексында балаларҙың төплө белем алыуҙан тыш, төрлө йүнәлештәрҙә лә үҫешеү мөмкинлеге бар», — тип яҙа район башлығы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
Николай Ельников һүҙҙәренсә, заманса белем биреү инфраструктураһы — балаларыбыҙ өсөн сифатлы белем алыу өсөн нигеҙ. Яңы мәктәп район үҫешенә ҙур өлөш индерәсәк.
Хәбәр иткәнебеҙсә, Өфөлә 18-се мәктәпте ремонтлау эштәре тамамланыуға табан бара.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.