11:21 (UTC+5), 09 Июня 2025

Республика етәксеһе сығарылыш уҡыусыларына БДИ-ла яҡшы һөҙөмтәләр өсөн рәхмәт белдерҙе

Әлфиә Әһлиуллина

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2025 йылғы сығарылыш уҡыусыларына берҙәм дәүләт имтиханында яҡшы һөҙөмтәләр өсөн рәхмәт әйтте һәм артабанғы имтихандарҙа уңыштар теләне. Бөгөн хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә ул тәүге өс фәндән яҡынса мәғлүмәттәрҙе иғлан итте.

«Миндә БДИ буйынса тәүге мәғлүмәт бар: тарих, әҙәбиәт һәм химия фәндәренән һөҙөмтәләр килде. Беҙҙә 72 уҡыусы йөҙ балл йыйған. Афарин, ҡотлайым. Уҙған йылғы һөҙөмтәләрҙән күпкә юғарыраҡ. Белем биреү сифатының артыуын күрәбеҙ. Балаларға уңыштар теләйбеҙ», — тине Радий Хәбиров.

Башинформ хәбәр иткәнсә, 2775 кеше химиянан һынау тотҡан, 68 уҡыусы 100 балл туплаған, ә былтыр ошо предметтан 52 уҡыусы йөҙ балға яҙған. Ә 730 уҡыусы 81 һәм унан юғарыраҡ балл алған.

Тарихтан 1538 кеше БДИ яҙған. Өс уҡыусыныҡы – 100 балл. 251 кеше 81 һәм унан юғарыраҡ балл йыйған.

Әҙәбиәт буйынса 536 кеше имтихан тапшырған. Береһе 100 балл туплаған, 32 уҡыусының иһә 81 балдан күберәк.

https://www.bashinform.ru/news/obrazovanie/2025-06-09/radiy-habirov-poblagodaril-vypusknikov-bashkirii-za-otlichnye-rezultaty-ege-4270333

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика