12:21 (UTC+5), 09 Июнь 2025

Башҡортостанда «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүселәрҙең 27-се конкурсы башланды

Фото: Башҡортостандың Мәғариф министрлығы
Әлфиә Әһлиуллина

8 июндә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Указы менән булдырылған «Урал батыр» эпосы көнөндә, республикала «Урал батыр» эпосын башҡарыусы йәш сәсәндәрҙең төбәк-ара конкурсы башланды. Был юлы йәш сәсәндәр Күмертау ҡалаһында йыйыла. Тап ошонда Башҡортостандың беренсе президенты Мортаза Рәхимов исемендәге 3-сө республика башҡорт гимназия-интернатында өс көн буйына балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре, мәктәп уҡыусылары «Урал батыр» эпосын яттан һөйләй һәм эпостан өҙөктәр сәхнәләштерә.

Республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы сәсәндәр мәктәбен тергеҙеү һәм үҫтереү, «Урал батыр» эпосын популярлаштырыу, башҡорт халыҡ ижадының иң яҡшы өлгөләрен һаҡлау һәм таратыу маҡсатында йыл һайын «Урал батыр» эпосын башҡарыусы йәш сәсәндәр конкурсын ойоштора.

Конкурстың тарихы 1996 йылдан башлана. Бөрйән районында, Сибайҙа һәм Өфөлә тәүге тапҡыр йәш сәсәндәр ярышы үткәрелә.  Мәғариф министры Фирҙәүес Хисаметдинова Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназия-интернатында конкурсанттар алдында сығыш яһағанда «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүселәрҙең республика конкурсын ойоштороу тураһында белдерә.

2025 йылда конкурс 27-се тапҡыр уҙғарыла, 2023 йылдан ул төбәк-ара тигән статусҡа эйә.

Башҡортостан мәғариф министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, конкурста республиканың һәм Ырымбур өлкәһенең мәктәпкәсә һәм дөйөм белем биреү ойошмаларынан 47 уҡыусы, 27 фольклор коллективы ҡатнаша.

Конкурс йомғаҡтары буйынса эпостан өҙөк сәхнәләштергән яңғыҙ башҡарыусылар һәм коллективтар араһында ике абсолют еңеүсе, шулай уҡ төрлө номинацияларҙа призерҙар һәм еңеүселәр билдәләнә.

Еңеүселәрҙең исемдәре 10 июндә конкурсты ябыу тантанаһында иғлан ителә.

https://www.bashinform.ru/news/obrazovanie/2025-06-08/v-bashkirii-startoval-27-oy-konkurs-yunyh-skaziteley-eposa-ural-batyr-4269481

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика