Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҡыусыларға берҙәм дәүләт имтиханында уңыштар теләне.
«Бөгөн Башҡортостандың 11-се класс уҡыусылары өсөн тарих, әҙәбиәт һәм химия фәндәренән тәүге берҙәм дәүләт имтиханы. Туғыҙынсылар өсөн һынауҙар 21 майҙа башланды. Быйыл 16 844 кеше – берҙәм дәүләт имтиханы, 51 812 кеше төп дәүләт имтиханы тапшыра.
Уҡыусыларға уңыштар юлдаш булһын! Ата-әсәләргә иһә түҙемлек теләйем. Ә уҡытыусыларҙың изге хеҙмәте алдында баш эйәм», — тип яҙа ул социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
Бынан алдараҡ «Башинформ» республикала сығарылыш класы уҡыусыларының БДИ тапшырыуы тураһында хәбәр иткәйне.
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.
Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.
18+ запрещено для детей.