10:15 (UTC+5), 05 Мая 2025

2025-2027 йылдарҙа Башҡортостан колледждарында ремонт эштәре башлана

Фото: Азат Мөхәмәтйәнов
Роман Якимчук

Быйыл Башҡортостанда республика бюджеты иҫәбенә Мәсәғүт педагогия колледжы, Аҡъяр тау колледжы, шулай уҡ Башҡортостан агросәнәғәт колледжы Шишмә филиалының уҡыу корпустары ремонтлана. Бынан тыш, 2025 йылда «Профессионалитет» федераль проектының грантына лайыҡ булған 5 колледжды төҙөкләндереү планлаштырыла. Уларҙың һәр береһенә республика бюджетынан 50-шәр миллион һум аҡса бүленә.

Ағымдағы йылда шулай уҡ капиталь ремонт үткәреү федераль программаһы сиктәрендә 3 колледжды (Башҡортостан иретеп йәбештереү-монтажлау производствоһы колледжы, Салауат белем биреү колледжы, Стәрлетамаҡ политехник колледжы) ремонтлау планлаштырыла. Ошо маҡсатҡа федераль бюджеттан 282,1 миллион һум бүленә. Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлетбирҙин ошо хаҡта һөйләне.

2026 йылда Дыуан күп профилле колледжының Яңы Балаҡатай ауылы филиалында модулле ятаҡтар төҙөү, ошо колледждың Малаяҙ филиалы ятағын ремонтлау, шулай уҡ Ауырғазы күп профилле колледжы Ҡырмыҫҡалы филиалының уҡыу корпусын һәм ятағын төҙөкләндереү күҙаллана. Капиталь ремонт өсөн 8 колледжға – «Профессионалитет» федераль проектында ҡатнашыусыларға һәм грант алыусыларға республика бюджетынан аҡса бүленә. Уларҙың һәр береһенә шулай уҡ 50 миллион һум тапшырыла.

Федераль программа буйынса 5 колледжды ремонтлау эштәре дауам итәсәк. Был маҡсатҡа федераль бюджеттан 426,6 миллион һум йүнәлтелә. Бынан тыш, 2027 йылда 50 миллион һумға Башҡортостан агросәнәғәт колледжы Иглин филиалының уҡыу корпусын ремонтлау планлаштырыла.

https://www.bashinform.ru/news/obrazovanie/2025-05-05/v-2025-godu-v-bashkirii-otremontiruyut-zdaniya-11-kolledzhey-4223468

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика