12:34 (UTC+5), 15 Апрель 2025

Рәсәйҙә башланғыс класс уҡыусылары өсөн өйгә эш нормалары раҫланды

2025 йылдың 1 сентябренән 1-4-се класс уҡыусылары өсөн өйгә эш ваҡыты раҫланған нормаларнан артмаҫҡа тейеш. Был хаҡта Рәсәйҙең Мәғариф министрлығы документына һылтанма менән РИА Новости хәбәр итә.

Документтан күренеүенсә, беренсе класта уҡыусылар өйгә эш өсөн 1 сәғәт, икенсе һәм өсөнсө кластарҙа — 1,5 сәғәт, ә дүртенсе класта 2 сәғәт ваҡыт сарыф итергә тейеш.

Бынан тыш, мәктәптәр һәр кластың барлыҡ фәндәр буйынса өйгә эштең күләмен контролдә тоторға тейеш. Шул уҡ ваҡытта өйгә эште ағымдағы дәрестә бирергә кәңәш ителә, уҡытыусы электрон журналға мәғлүмәтте уҡыу көнө тамаланғансы уҡ яҙып ҡуйырға бурыслы. 

Оҙайлы әҙерлек талап иткән эште үтәү өсөн уҡыусыларға әҙерләнергә етерлек ваҡыт бирергә кәрәк.

Хәбәр иткәнебеҙсә, 1 сентябрҙән Рәсәйҙә мәктәп программаларын төп дәүләт имтиханы һәм берҙәм дәүләт имтиханы менән синхронлаштыралар.

https://www.bashinform.ru/news/obrazovanie/2025-04-15/v-rossii-utverdili-normy-domashnego-zadaniya-dlya-uchenikov-nachalnyh-klassov-4198587

 

 

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика