

12 апрелдә Башҡортостандың 46 колледжында Берҙәм асыҡ ишектәр көнө уҙғарыла. Республика Мәғариф министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Асыҡ ишектәр көнө республика мәктәптәре, колледждары һәм техникумдарынан тыш, төп предприятиеларҙы ла берләштерә. Уҡыусылар, уларҙың ата-әсәләре һәм уҡытыусылары талап ителгән эшсе һөнәрҙәр, белем биреү программалары һәм эшкә урынлашыу мөмкинлектәре тураһында мәғлүмәт алырға мөмкин.
— Урта һөнәри белем биреү системаһы бөгөн квалификациялы кадрҙар әҙерләүҙең стратегик звеноһы булып тора һәм абитуриенттар араһында бик популяр, йәш быуын аңлы рәүештә эшсе һөнәрҙәрҙе һайлай, — тип һөйләне Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлитбирҙин.
Уның фекеренсә, төп бурыстарҙың береһе – мәғарифты һәм производствоны берләштереү, эш биреүселәр заказы буйынса квалификациялы кадрҙар әҙерләү һәм инвестиция проекттарына ихтыяж. «Профессионалитет» федераль проектын ғәмәлгә ашырыу ошо мәсьәләне һөҙөмтәле хәл итеүҙә ҙур роль уйнай.
Берҙәм асыҡ ишектәр көнөндә 8-11 класс уҡыусыларын «Профессионалитет» амбассадорҙары ҡаршылай һәм үҙ миҫалында проект программалары буйынса уҡыуҙың өҫтөнлөктәре хаҡында һөйләй.
Бынан алдараҡ колледж етәкселәре һәм студенттары Башҡортостанда урта һөнәри белем биреү өлкәһенең нисек үҙгәреүе хаҡында һөйләне.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.