10:29 (UTC+5), 28 Февраля 2025

Өфөлә «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналы 105 йыллыҡ юбилейын билдәләне

Инсаф Хужабирганов

Өфөлә «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналы 105 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Ошо айҡанлы Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институтында түңәрәк өҫтәл үтте.

Конференция «Урал» башҡорт халҡының гимны менән асылды. Журналдың баш мөхәррире Салауат Кәримов журналдың тарихы тураһында һөйләне һәм баҫманың ветерандары, 2024 йылғы лауреаттары менән таныштырҙы. Салауат Ғайса улының һүҙҙәренсә, журналдың тәүге һаны 1920 йылдың февралендә Стәрлетамаҡта «Мәғариф эштәре» исеме аҫтында донъя күрә. 1924 йылдың февралендә журнал Өфөгә күсә һәм «Белем» исеме менән сыға башлай. 1931 йылдың октябренән «Мәҙәниәт революцияһы» тигән атама ала. Хәҙерге атамаһы иһә 1936 йылдың майында бирелә.

Түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусыларҙы Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе урынбаҫары Марат Ғәзизов сәләмләне. Ул журнал коллективын юбилей менән ҡотланы һәм журналистарҙы ведомство наградалары менән бүләкләне.

«Совет хөкүмәтенең тәүге декреттарының береһендә уҡытыусылар өсөн ошондай журналға нигеҙ һалына. Был — бик уникаль тарих. «Башҡортостан уҡытыусыһы» бөгөн күпселек мәғариф хеҙмәткәрҙәре өсөн ысын мәғәнәһендә өҫтәл китабы булып тора. Республикала гәзит-журналдарыбыҙ алты телдә нәшер ителһә, ә «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналы туғыҙ телдә донъя күрә, был уның полимәҙәни булыуы хаҡында һөйләй. Бөгөн журнал мәктәптәргә педагогик фекер еткереүҙә алдынғы булып ҡалыуын дауам итә, инновацион дәреслек өлгөләрен, уңышлы алымдарҙы һәм республикала уҡытыусыларҙың бай тәжрибәһен яҡтырта», — тип билдәләне Марат Ғәзизов.

Башҡортостандың мәғариф министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева журналдың мәғариф өлкәһендә тәжрибә уртаҡлашыу өсөн универсаль майҙансыҡ булыуын белдерҙе.

– Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса беҙ республикала полилингваль белем биреүҙе үҫтерәбеҙ. «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналы ла полилингваль, тиергә мөмкин – ул 9 телдә нәшер ителә. Журнал туған телдәрҙе популярлаштырыу буйынса бик уңышлы эшләй. Шуға ла баҫма уҡытыусылар, ғалимдар, тәрбиәселәр араһында бик популяр», — тине Әлфиә Ғәлиева.

Сараны БР Милли китапханаһы тарафынан әҙерләнгән юбилей күргәҙмәһе биҙәне, унда баҫманың һирәк осраған даналары тәҡдим ителде: «Белем»дең тәүге һандарынан алып «Башҡортостан уҡытыусыһы»ның бөгөнгө һандарына тиклем.

Әйткәндәй, юбилей саралары бер нисә көн бара. 26 февралдә БР Милли китапханаһында «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналының беренсе һаны донъя күреүгә 105 йыл тулыуға арналған түңәрәк өҫтәл үткәйне.

1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика