08:40 (UTC+5), 05 Февраля 2025

Өфөлә 2025 йылда берҙәм дәүләт имтиханында иң популяр фәндәр билдәле булды

Әлфиә Әһлиуллина

1 февралдә берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыу өсөн предметтар һайлау осоро тамамланды. Быйыл уны Өфө мәктәптәренең 4,7 мең сығарылыш уҡыусыһы тапшыра.

Анализдан күренеүенсә, математиканан һәм рус теленән мотлаҡ һынауҙарҙан тыш, уҡыусылар үҙ теләге менән профилле математиканы һайлаған. Мәктәп тамамлаусыларҙың 62% тигән һүҙ. Икенсе урында информатика (31%) булһа, өсөнсөлә –  йәмғиәтте өйрәнеү фәне (25%).

Өфө уҡыусыларының 21% — физикана, 18 % — биологияны, 16% химияны һайлаған.

Бынан алдараҡ республиканың мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлитбирҙин «Башинформ» агентлығында уҙған матбуғат конференцияһында быйыл берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыуҙа артыҡ үҙгәрештәр көтөлмәй тип белдергәйне.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, берҙәм дәүләт имтиханының төп осоро 23 майҙа башлана һәм 23 июнгә тиклем дауам итә.

https://www.bashinform.ru/news/obrazovanie/2025-02-05/v-ufe-nazvali-samye-populyarnye-predmety-na-ege-2025-4109201

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика