09:07 (UTC+5), 16 Января 2025

Өфөлә «Башҡортостан баш ҡалаһының йыл уҡытыусыһы – 2025» конкурсы башланды

Фото: Өфө хакимиәтенең мәғариф идаралығы
Әлфиә Әһлиуллина

15 ғинуарҙа Өфөлә «Башҡортостан баш ҡалаһының йыл уҡытыусыһы — 2025» һәм «Башҡортостан баш ҡалаһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы — 2025» һөнәри оҫталыҡ конкурстарына старт бирелде. Сара Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусында уҙҙы.

«Һеҙ бөйөк эшкә хеҙмәт итәһегеҙ, дәүләтебеҙҙең, республиканың киләсәген төҙөйһөгөҙ. Барығыҙға ла уңыштар теләйем, әммә конкурстың квалификацияны күтәреү өсөн яҡшы курс икәнен онотмағыҙ, ул мәңгелеккә хәтерегеҙҙә ҡаласаҡ», — тине республика мәғариф һәм фән министрының беренсе урынаҫары Светлана Антипина.

Өфө ҡалаһы хакимиәтенең мәғариф идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, быйыл педагогтарҙың һөнәри оҫталыҡ конкурстарында 70 уҡытыусы ҡатнаша. Шуларҙың 29-ы — «Баш ҡаланың йыл уҡытыусыһы», етәүһе — «Рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы», ә унауһы «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы» номинацияһында көс һынаша. Йәш белгестәр өсөн айырым номинация бар. Быйыл 24 йәш уҡытыусы үҙ оҫталығын күрһәтергә теләк белдергән.

Жюри составына республиканың юғары уҡыу йорттары ғалимдары, баш ҡаланың дөйөм белем биреү ойошмалары етәкселәре, уҙған йылдарҙағы һөнәри конкурстарҙың лауреаттары һәм еңеүселәре инде.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Башҡортостан баш ҡалаһының йыл уҡытыусыһы» конкурсы – 1997 йылдан, ә «Башҡортостан баш ҡалаһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» 2004 йылдан алып ойошторола. Был осорҙа конкурстарҙа дүрт меңгә яҡын уҡытыусы ҡатнашҡан.

https://www.bashinform.ru/news/obrazovanie/2025-01-16/v-ufe-startoval-konkurs-uchitel-goda-stolitsy-bashkortostana-2025-4085953

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика