06:59 (UTC+5), 12 Декабрь 2024

Башҡортостанда «Йылдың йәш ғалимы» исеме булдырыла

Фото: Олег Яровиков
Инсаф Хужабирганов

Башҡортостанда киләһе йылдан «Йылдың йәш ғалимы» исеме — 150-шәр мең һумлыҡ ете премия булдырыла. Был турала республика Башлығы Радий Хәбиров бөгөн Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә иғлан итте.

– Был йәш белгестәрҙең республика фәненә индергән өлөшө өсөн баһа буласаҡ, – тип белдерҙе Радий Хәбиров. – Мин беҙҙең уңыштар тураһында әйтеп үтергә теләйем. Уҙған йыл аҙағында йәш ғалимдарға булдырылған ярҙам саралары буйынса ил рейтингында иң яҡшыһы булдыҡ. Фәнгә ярҙам итеү буйынса бөтә саралар ҙа ғәмәлдә ҡала.

Радий Хәбиров шулай уҡ февраль айында дәүләт башлығы Владимир Путин ҡатнашлығында Өфөлә Евразия ғилми үҙәгенең университет-ара кампусының беренсе этабы асылыуы хаҡында һөйләне.

– Бөгөн бында 21 фәнни йүнәлеш буйынса 18 лаборатория эшләй. Икенсе этапта алдағы көндәрҙә Геном үҙәге төҙөлөшөн тамамлаясаҡбыҙ. Бында шулай уҡ биоинформатика үҙәге һәм Һаҡлыҡ банкының IT-белгестәр әҙерләү буйынса илдең иң ҙур «21-се мәктәбе» эшләй башлаясаҡ. Беҙ 4 меңдән ашыу урынлыҡ административ һәм торлаҡ йорттар комплексын төҙөйбөҙ. Әммә был проектта иң мөһиме – беҙ үҙебеҙҙең кампустың төп өлөшөн – 120 мең квадрат метрлыҡ ете башняны төҙөй башланыҡ», – тип билдәләне Башҡортостан Башлығы.

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика