2025-2027 йылдарҙа Башҡортостанда президент программаһы буйынса 88 мәктәп, 16 балалар баҡсаһы һәм 7 колледж төҙөкләндерелә. Ошо маҡсатта республикаға федераль ҡаҙнанан 7 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленә. Уҙған өс йылда 55 меңдән ашыу бала уҡыған 146-нан ашыу мәктәп ремонтланған. Был хаҡта социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте.
Республика бындай күләмле эште үҙ көсө менән башҡарып сыға алмаҫ ине, тип билдәләне ул.
«Беҙ Владимир Владимирович Путинға ошо программа, уны мәктәпкәсә һәм урта профессиональ белем биреү өлкәһенә киңәйтергә тигән ҡарары өсөн рәхмәтлебеҙ. Башҡортостанда урта һөнәри белем биреүҙең матди-техник базаһын яңыртыу эшен алып барабыҙ, был йәһәттән федераль үҙәктең ярҙамы беҙгә бик урынлы», - тип яҙҙы Радий Хәбиров.
Башҡортостан Башлығы шулай уҡ республикаға яңы мәктәптәр һәм балалар баҡсалары төҙөү өсөн федераль ҡаҙнанан аҡса аласағын хәбәр итте. Өфөлә 360 урынлыҡ математика лицей-интернаты өсөн 2,4 миллиард һум бүленә. Башҡортостанда математика мәктәбе көслө һәм республика күптән инде ошондай белем биреү учреждениеһын асырға планлаштыра.
Бынан алдараҡ «Башинформ» Башҡортостандың дөйөм белем биреү учреждениеларын капиталь ремонтлауға йәлеп ителгән федераль аҡса күләме, шулай уҡ төҙөкләндерелгән мәктәптәр һаны буйынса Рәсәй төбәктәре араһында өс лидер иҫәбенә инеүе хаҡында хәбәр иткәйне.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.