
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Берҙәм креатив иҡтисад үҙәге президенты Марина Монгуш менән осрашты. Республика йортонда һөйләшеүҙәрҙең төп темаһы Өфөлә «Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ» милли проекты сиктәрендә ойошторолған «Рәсәй креатив аҙналығы — Евразия» форумын үткәреү торҙо.
Радий Хәбиров был ваҡиғаның республика өсөн әһәмиәтле булыуын билдәләне, уны иҡтисадтың ижади секторына ышаныс билдәһе тип атаны.
«Рәсәй креатив аҙналығы – Евразия» — ышаныс, беҙҙең эште баһалау билдәһе булып тора. Башҡортостандың ижади секторының нисек йәшәүен күрһәтеү өсөн яҡшы мөмкинлек. Беҙҙә ниндәй көслө командалар, үҙенсәлекле проекттар һәм идеялар бар икәнен», — тине Радий Хәбиров.

Республика етәксеһе һүҙҙәренсә, Башҡортостандың креатив өлкәһендә 10 меңдән ашыу эшҡыуарҙың эшләй. 2025 йылда уларҙың һаны – 30 процентҡа, ә 2026 йыл башынан тағы ла 13 процентҡа артҡан.
Марина Монгуш Өфөлә халыҡ-ара сараның үҙенсәлеге хаҡында һөйләне.

Осрашыу йомғаҡтары буйынса яҡтар ижади индустрия өлкәһендә уртаҡ проекттарҙы үҫтереү менән ҡыҙыҡһыныуын раҫланы.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бөгөн Өфөлә «Рәсәй креатив аҙналығы — Евразия» форумы эш башланы. Бөгөн Радий Хәбиров сараның программаһы бай булыуын билдәләне. Рәсәй креатив аҙналығында ҡатнашыу өсөн республиканың баш ҡалаһына илебеҙҙең 11 төбәгенән һәм 14 дәүләттән делегациялар килде. Улар иҫәбендә – Ҡытай, Һиндостан, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре, Төркиә, Мысыр, Ҡаҙағстан, Беларусь.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.