
Иртәгә – йәнә мәктәпкә! Традиция буйынса уҡыу йылы тантаналы линейкаларҙан башлана. Ата-әсәләрҙе борсоған төп һорауҙарҙың береһе: уҡытыусы өсөн гөлләмә күпмегә төшә? «Башинформ» журналистары сәскә магазиндары буйлап йөрөп, хаҡтарҙы сағыштырҙы.
Яңы уҡыу йылы алдынан сәскәләрҙең хаҡы ныҡ артмаған. Иң бюджетлы вариант, бер роза төргәге менән 550 һум тора. Сәскәләрҙе берәмләп һатып алғанда, розаларҙың хаҡы уртаса 300-350 һумға, хризантемалар 350-400 һумға төшә.
Ҡумталағы бәләкәй композицияларҙың хаҡы 1500 һумдан башлана. Арзан һәм тиҙ һулымай торған хризантемалар гөлләмәләрен флористар уртаса 2500 һумға тәҡдим итә. Төрлө сәскәләрҙән йыйылған гөлләмә иһә 3000-4000 һумға барып баҫа.
Баҡсасыларҙың бюджетлы варианттары ла бар. Күптәр өсөн классика булып ҡалған гладиолустарҙың берәүһе 1 сентябрҙә 250 һумға һатыла. Астра гөлләмәһе – 800-1000 һумға, ә ромашкалар 500 һумға төшә.
Шулай итеп, кеҫәңә ҡарап, гөлләмәнең төрлөһөн һайларға мөмкин: розанан алып күпереп торған сәскәләргә тиклем. Иң мөһиме, гөлләмә ысын күңелдән бүләк ителһен.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.