
Өфө районында «Спорт Лайф» компанияһы ҙур инвестиция проектын тормошҡа ашыра башлай.
Проект Радий Хәбиров рәйеслегендәге Инвестиция комитеты ултырышында хупланды. Ойошмаға биш гектарға яҡын ер ҡуртымға тапшырылды, тип хәбәр иттеләр республика хөкүмәтенән.
Аҡсаның дөйөм күләме 350 миллион һум тәшкил итәсәк. Был территорияла ябыҡ футбол, волейбол һәм баскетбол майҙансыҡтары, шулай уҡ хоккей өсөн боҙ аренаһы төҙөү планлаштырыла. Яңы үҙәк ярыштар, күнекмәләр һәм физкультура-күңел асыу саралары үткәрергә мөмкинлек бирәсәк. Проектты тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә 15 яңы эш урыны булдырыласаҡ.
«Комплекс төҙөү – спорт инфраструктураһын үҫтереүҙә мөһим аҙым. Бындай башланғыстар бизнесҡа ла, төбәк халҡына ла файҙа килтерһен өсөн инвесторҙарға ярҙам күрһәтеүҙе дауам итәбеҙ», — тип билдәләне БР хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Наталья Полянская.
Ер участкаһын сауҙалашыуһыҙ ҡуртымға биреү, шулай уҡ бизнесҡа ярҙам итеүҙең башҡа саралары тураһында Башҡортостан Республикаһының инвестиция порталында белергә мөмкин.
Хәбәр иткәнебеҙсә, Стәрлетамаҡта фастфуд рестораны һәм сыр ҡайнатыу предприятиеһы төҙөләсәк.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.