
1 сентябрҙән Башҡортостанда ҡала яны поездарына билеттарға йәнә 50 процент ташлама ғәмәлгә индерелә. Льгота менән 7 йәше тулған уҡыусылар, юғары һәм урта махсус уҡыу йорттарында көндөҙгө бүлектә уҡыған студенттар файҙалана ала.
Билет һатып алғанда мәктәптән белешмә (һәр уҡыу йылында яңыртыла) һәм студент билетын күрһәтергә кәрәк. Әгәр документ «Рәсәй тимер юлдары» ҡушымтаһы аша һатып алынһа, льготалы профилде теркәү зарур. Ташламалы билетты теркәлгәндән һуң бер тәүлек үткәс һатып алырға мөмкин.
Льгота уҡыу йылы башланғандан алып 15 июнгә тиклем ғәмәлдә ҡала.
Ә йылы миҙгелдә (1 апрелдән 31 октябргә тиклем) пенсионерҙар һәм льготалылар электричкала ярты хаҡҡа йөрөй.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.