Республиканың идара итеү командаһы төбәк сәнәғәтенең әүҙем үҫешен тәьмин итергә тейеш, сөнки илдең технологик суверенитетын нығытыу һәм Башҡортостандың иҡтисади тотороҡлоғо ғына түгел, фронтты өҙлөкһөҙ тәьмин итеү ҙә шуға бәйле. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе.
«Еңеү менән ҡайтҡан яугирҙәрҙе заманса производстволар һәм яңы эш урындары көтөргә тейеш. Был эштә беҙҙең төп ярҙамсы – республиканың Сәнәғәтте үҫтереү фонды. 2017 йылдан ошо фонд машиналар эшләү, химия, ағас эшкәртеү, еңел сәнәғәт һәм башҡа тармаҡтарҙа дөйөм суммаһы 24,3 миллиард һумлыҡ 241 проектты финансланы. Был 27,5 миллиард һумлыҡ шәхси инвестициялар йәлеп итергә мөмкинлек бирҙе. Республикала 4 меңдән ашыу эш урыны барлыҡҡа килде, ә инициативаны тормошҡа ашырыуҙан инәсәк һалым керемдәре 32 миллиард һумдан ашыуыраҡ булыр тип күҙаллана», — тип яҙҙы Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
Башҡортостан етәксеһе илдең башҡа субъекттары ла фонд тәжрибәһен нигеҙ итеп алыуын билдәләне.
«Уның һөҙөмтәле эшмәкәрлеге предприятиеларға бер урында тормаҫҡа, алға барырға, хатта ҡатмарлы иҡтисади шарттарҙа ла яңы производстволар асырға ярҙам итә. Тик шулай ғына беҙ артабан да Еңеү өсөн барыһын да эшләй аласаҡбыҙ», — тип билдәләне Башҡортостан Башлығы.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.