09:31 (UTC+5), 15 Июля 2026

1 августан пенсионерҙарҙың өс категорияһына өҫтәмә аҡса түләнә

Бында эшләп йөрөүсе пенсионерҙар, тупланма пенсия алыусылар һәм 80 йәштән өлкәндәр хаҡында һүҙ бара.

Фото: Андрей Старостин | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы
Әлфиә Әһлиуллина

Тупланма пенсия билдәләнгән граждандарға түләү 20% тиерлек арттырыла, ә эшләп йөрөгән пенсионерҙарға өҫтәмә 470 һумдан артмай, тип яҙа РБК.

Эшләп йөрөүсе пенсионерҙар. 1 августан Социаль фонд эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһын автоматик рәүештә яңынан иҫәпләй. Максималь өҫтәмә өс пенсия коэффициенты менән сикләнгән. 2026 йылда балл хаҡы (156,76 һум) иҫәпкә алынып, максималь өҫтәмә 470,28 һум тәшкил итәсәк. Ғариза яҙырға кәрәкмәй.

Тупланма пенсия алыусылар. 1 августан тупланма пенсиялар ҙа ғаризаһыҙ тәртиптә ҡайтанан иҫәпләнә. Өҫтәмәнең күләме аҡсаны ҡайҙа туплауға бәйле. Аҡса Социаль фонд идаралығында булһа, 17,3% арта. Берлектә финанслау программаһында ҡатнашыусылар, әсәлек капиталын ҡулланыусылар йәки үҙаллы иғәнә индереүселәр өсөн өҫтәмә 19,3% була.

80 йәше тулған пенсионерҙар. Июлдә 80 йәшен тултырған пенсионерҙар августан икеләтә билдәләнгән түләүҙәр (күләме 19 169, 38 һум) аласаҡ.  Өҫтәмә автоматик рәүештә тәғәйенләнә һәм пенсияның страховка өлөшөнә генә ҡағыла. Июлдә беренсе төркөм инвалидлыҡ алған граждандар ҙа ошондай уҡ өҫтәмәгә хоҡуҡлы.

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика