Компания 4 мәктәп, ике балалар баҡсаһы биләмәһен һәм үҙәк район дауаханаһы майҙансығын төҙөкләндерҙе. Хәҙер ойошма коллективын һәр ауылда көтөп алалар. Бөгөн «йәшел десант» иң төпкөл ауылдарҙың береһе Хәмиткә барып етте.
Хәмит ауылы тауҙар ҡуйынында урынлашҡан, уны урталайға бүлеп Ҡағы аға. Тирә-яғында кеше ҡулдары теймәгән ожмахҡа тиң тәбиғәт. Таулы төбәккә әлегә газ килеп етмәгән, асфальт юл юҡ. Ауыл халҡы фиҙакәр хеҙмәте менән матур лайыҡлы тормош көтә. Тап ошонда «Салауат» компанияһы үҙенең «йәшел десантын» алып килде.
Иртәнсәктән ҡойоп ямғыр яуыуға ҡарамаҫтан, экологик акцияға 100-ҙән ашыу кеше ҡушылды. Компания коллективы өмәгә буш ҡул менән түгел, Хәмит ауыл биләмәһендәге барлыҡ учреждениеларға ылыҫлы ағас үҫентеләре, күп йыллыҡ сәскәләр алып килгән. Ойошма директоры Таһир Бәхтигәрәев уларҙы тантаналы рәүештә хужаларға тапшырҙы. Мәктәп биләмәһенә шунда уҡ бер нисә гортензия үҫентеһе ултыртылды. Яңы уҡыу йылы башланыуға уның сағыу сәскәләре бөтәһен дә ҡыуандырып ултырасаҡ. Хәмиттәр инвесторҙың тырышлығын юғары баһалай, уларҙың әйтеүенсә, «районға инвесторҙар күпләп килә, әммә бығаса Хәмит ауылына береһе лә килеп етмәгән».
«Салауат» компанияһы директоры Таһир Бәхтигәрәев бөгөнгө сараның социаль-иҡтисади үҫешкә йүнәлтелгән комплекслы программаның бер өлөшө булыуын билдәләне.
«Экологик йүнәлеш — беҙҙең стандарт. Шуға күрә йылға-күл буйҙарын таҙартыуға әүҙем тотондоҡ, бөгөн Ҡағы йылғаһы ярҙарын тәртипкә килтерәбеҙ. Беҙ бер көнлөк акциялар үткәрмәйбеҙ, Хәмит ауылындағы сара ла, моғайын, йолаға әйләнер. Районда компанияға ҡарата халыҡтың ҡарашы үҙгәреүен тоябыҙ: былтыр һорауҙар күп ине, хәҙер асыҡ һәм әүҙем эш ярҙамында беҙ үҙ-ара аңлашыуҙы нығыттыҡ, ыңғай йылы мөхит булдырыуға өлгәштек», — тине Бәхтигәрәев.
Экологик өмәгә социаль учреждениелар коллективтары, Хәмит ауылы мәктәбе уҡыусылары сыҡты. Ауыл халҡының тәбиғәткә һаҡсыл ҡарашы шунда уҡ һиҙелә, йылға буйында бер сүп күренмәй. Урыны менән ҡороған ағастарҙың олондары һәм ботаҡтары ята.
Өмәлә «Салауат» ойошмаһының эшмәкәрлеген контролләү буйынса күҙәтеү советы вәкиле Хәлил Рәхмәтуллин әүҙем ҡатнашты. Уның әйтеүенсә, бындай саралар халыҡтың компанияға ҡарата ышанысын арттырырға ярҙам итә.
«Таҙалыҡ үҙебеҙҙән башлана, әгәр тәбиғәткә , ул да беҙгә шуның менән яуап бирәсәк. Шуға күрә компанияның эштәрен ыңғай баһалайбыҙ, ул социаль йөкләмәләрен үтәп кенә ҡалмай, урындағы халыҡты тәбиғәткә һаҡсыл ҡарашта булырға саҡырып, экологик акциялар үткәрә. Спорт комплекстары төҙөй, балалар баҡсаларын һәм мәктәптәрҙе ремонтлай, яңы уйын майҙансыҡтары булдыра. Былар барыһы ла ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыусы ойошмаға ҡарата ышанысты нығыта. Һәм был дөрөҫ, сөнки компания үҙенең социаль һәм экологик яуаплылығын иҫбатланы ла инде», — ти Хәлил Рәхмәтуллин.
«Салауат» компанияһы йылға-күлдәрҙә экологик акцияларҙы дауам итергә планлаштыра. Яҡын киләсәктә ойошма вәкилдәре Ағиҙел йылғаһы ҡушылдығына 10 мең уҡбалыҡ селбәрәһе ебәрәсәк. Шулай уҡ Ҡыҙыл йылғаһы буйында «Ҡыҙыл, йәшә!» акцияһы үтәсәк.
Бынан алда «Салауат» компанияһы Байым һәм Асҡар ауылдарындағы мәктәп һәм балалар баҡсалары биләмәләрен йәшелләндергәйне. Бынан тыш, компания Йәлембәт ауылында Еңеүҙең 80 йыллығы уңайынан 80 ағас үҫентеһе, Үтәгән ауылы янында урмандарҙы тергеҙеү маҡсатында 14 меңдән ашыу ҡарағай ултыртҡайны.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.