

Әбйәлил районында «Салауат» компанияһы башланғысы менән социаль объекттарҙың биләмәләрен йәшелләндереү акцияһы дауам итә. Был юлы төбәктә геологик разведка алып барған ойошма Асҡарҙа яңы балалар дауаханаһында матур экологик сара үткәрҙе.
Район үҙәгендә яңы балалар дауаханаһы быйыл март айында «Оҙайлы һәм әүҙем тормош» милли проекты сиктәрендә асылғайны. Уның эргә-тирәһе төҙөлөш мәлендә эре техника менән ҡаҙылып-һөрөлөп бөтә, биләмәне төҙөкләндереү аҙаҡҡа ҡалдырыла. «Салауат» компанияһы коллективы был эштәрҙе үҙ ҡулына алырға ҡарар иткән, дауаханаға урындағы климатҡа яҡшы яраҡлаштырылған шыршы, гортензия, рауза үҫентеләре бүләк иткән. Йәшелләндереү акцияһы медицина учреждениеһы хеҙмәткәрҙәре менән берлектә үткәрелгән.
«Беҙ үҙебеҙҙең климатҡа яраҡлашҡан үҫентеләрҙе һайланыҡ, шуға күрә уларҙың яҡшы үҫеп китеүендә шикләнмәйбеҙ», — тип һөйләне акция ваҡытында «Салауат» йәмғиәтенең экологик хәүефһеҙлек буйынса директор урынбаҫары Арсен Таһиров.
Хәҙер дауахана алдындағы майҙансыҡ ҙур ҡалаларҙағы аллея-парктарҙан кәм түгел. Бер яғында ҡупшы шыршылар матур булып ултырһа, икенсе яғын гортензия һәм рауза сәскәләре биҙәй. Асҡар үҙәк район дауаханаһының баш табибы Илгиз Килдийәров һүҙҙәренсә, матур һәм төҙөк биләмә пациенттарҙың уңайлылығына, уларҙың дөйөм сәләмәтлегенә туранан-тура йоғонто яһай.
«Пациенттар һәм дауахана хеҙмәткәрҙәре был урынға һөйөнөп ҡарай хәҙер. Сәскәләр кешене бит тынысландыра һәм яҡшы кәйеф булдыра. Төҙөк мөхит беҙҙең йәшәү кимәленә йоғонто яһай. Бик яҡшы башланғыс булды, хәҙер бөтә дауахана коллективы менән үҫентеләрҙе ҡарарға, был матурлыҡты тәртиптә тоторға һүҙ бирәбеҙ», — тине Илгиз Килдиәров.
Шуныһы мөһим, «Салауат» компанияһы төбәктә теркәлгән көндән тәбиғәтте тергеҙеү, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау буйынса әүҙем эштәр алып бара. Ойошма быйыл Байым, Асҡар ауылдарындағы мәктәптәрҙең һәм балалар баҡсаларының биләмәләрен йәшелләндереү акцияһын үткәрҙе. Бынан тыш, урмандарҙы тергеҙеү өсөн 14 меңдән ашыу ҡарағай, Йәлембәт ауылында Еңеү көнөнә 80 йыл тулыу уңайынан 80 шыршы ултыртты. Быйыл йәй иһә «Ҡыҙыл, йәшә!» Ҡыҙыл йылғаһы ярҙарын таҙартыуға йүнәлтелгән акцияһы ла планлаштырылған.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.