Эксклюзив
10:05 (UTC+5), 25 Июня 2026

Башҡортостанда яғыулыҡ етештереү күләме кәмемәне

БР Сәнәғәт һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, июндә яғыулыҡ етештереү күләме йыллыҡ план күрһәткестәре менән бер кимәлдә.

Фото: Валерий Шахов | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Инсаф Хужабирганов

«Республикала 500-ҙән ашыу яғыулыҡ ҡойоу станцияһы эшләй. Уларҙың күбеһе яғыулыҡ етештереүселәр менән туранан-тура эшләй. Июнь айында яғыулыҡ етештереү күләме кәмемәне һәм йыллыҡ план күрһәткестәре менән бер кимәлдә. Бөгөнгө хәлде иҫәпкә алып, был яғыулыҡ бөтә ил буйынса тигеҙ бүленә. Һуңғы көндәрҙә айырыуса бензинға һәм дизель яғыулығына ихтыяж артты. Ҡайһы бер осраҡта юғары ихтыяж ажиотажға килтерә, яғыулыҡ ҡойоу станцияларында сират хасил була, хатта алыпһатарлыҡ һәм спекуляция осраҡтарын күҙәтәбеҙ, — тип хәбәр иттеләр БР Сәнәғәт һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министрлығынан. — Шуны әйтергә кәрәк, етештереүсе компаниялар "Прогресс", "Точка", UfaOil кеүек заправка станцияларын яғыулыҡ менән тәьмин итмәй. Был ҙур булмаған яғыулыҡ ҡойоу станциялары нефть өлкәһендәге күмәртә баҙарының ҡатнашыусыларынан яғыулыҡ һатып бала. Уларҙың һатыу хаҡы уртаса хаҡтарҙан күпкә юғарыраҡ.

Республика заправка станцияларында яғыулыҡ дефициты юҡ. Етештереүселәрҙең хаҡтары тотороҡло бер кимәлдә һаҡлана һәм контролдә тотола. Бөгөн яғыулыҡты республиканың заправка станцияларына бүлгәндә киләһе факторҙар иҫәпкә алына:

— рациональ территориаль бүлеү, юлда барған һәр водитель теләгән бер станцияла яғыулыҡ ҡойоп алыу мөмкинлегенә эйә;
— яғыулыҡҡа сират булмаһын өсөн торлаҡ йорттар күпләп урынлашҡан ерҙәге заправка станциялары етерлек күләмдә тәьмин ителә.

Хөрмәтле республика халҡы, хәлде аңлап ҡабул итеүегеҙҙе һәм түбәндәге кәңәштәргә ҡолаҡ һалыуығыҙҙы һорайбыҙ:
— машинағыҙға яғыулыҡты кәрәк булғанда ғына ҡойоғоҙ;
— яғыулыҡты транспорт сараһының багына тура ҡойоғоҙ;
— дәүләт органдарының һәм эре компанияларҙың рәсми мәғлүмәттәренә таянығыҙ.

Бынан алда «Башинформ» «Роснефть» компанияһының төп башҡарма директоры Игорь Сечиндың эске яғыулыҡ баҙарындағы хәлгә бәйле фекерен баҫтырып сығарҙы.

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика