Яңы спорт объекттары райондағы балалар өсөн яратҡан ял итеү урынына әүерелгән. Бөгөн 200-ҙән ашыу бала лагерҙа ял итә. 29 майҙа асылған лагерҙа ял ите-селәр туғыҙ татыу командаға берләштерелгән.
«Балаларҙың көнө «Салауат» компанияһы ярҙамында төҙөлгән спорт майҙансыҡтарында башлана һәм тамамлана», - тип билдәләне лагерь директоры Радмир Манапов.
Яңы спорт майҙансығында көндә спорт ярыштары һәм мәҙәни саралар үткәрелә. «Салауат» компанияһы коллективы килгән көндә малайҙар оҫта итеп баскетбол буйынса ҡыҙыу ярыш ойошторған ине. 700 квадрат метр ҙурлыҡтағы майҙанда мини-футбол, баскетбол, теннис ярыштары өсөн тәғәйенләнгән. Ярыштан һуң балалар резина ямпалы спорт зонаһында уйнау һәм ярышыу өсөн уңайлы һәм хәүефһеҙ булыуын белдерҙе. Ә эргәләге таҙа кварцлы ҡом түшәлгән 650 квадрат метрлыҡ майҙанда ҡыҙҙар мауыҡтырғыс пляж волейболы уйнай ине. Шулай уҡ яҡында ғына заманса тренажерҙар ҡуйылған воркаут-зона ла урынлашҡан.
«Быйыл «Ирәндек» лагеры меңдән ашыу балаға үҙ ишектәрен аса, уларҙың йәйге ялы мауыҡтырғыс ваҡиғалар һәм онотолмаҫлыҡ мәлдәр менән үтеүен теләйбеҙ. Ялығыҙ күңелле генә түгел, һаулыҡ өсөн дә ифрат файҙалы булһын. Беҙҙең спорт ҡоролмалары буш тормай, ә һеҙгә етеҙ үҫергә ярҙам итеүен күреп шатланабыҙ», - тип изге теләктәрен еткерҙе «Салауат» ойошмаһы директоры Таһир Бәхтигәрәев.
«Башинформ» агентлығы быға тиклем Әбйәлил районында заманса спорт залы төҙөлә башлауы хаҡында хәбәр иткәйне.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.