

Рәсәйҙә 1 июлдән ғаилә ипотекаһын алыу шарттары үҙгәрә: ставка балалар һанына ҡарай – улар күберәк булған һайын процент та аҙыраҡ. Сочиҙа уҙған «Хәрәкәт» форумында ошо турала һүҙ барҙы. Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Никита Стасишин һүҙҙәренсә, ғаилә ипотекаһы тыуымды арттырыуға йүнәлтелә, банктар яңы ҡағиҙәләр буйынса льготалы ипотека бирергә әҙерләнә. Бынан алдараҡ Дәүләт Думаһында түбәндәге ставкалар тикшерелде: 10% — бер балалы, 6% — ике балалы, 4% — өс һәм унан күберәк балалы ғаиләләр өсөн.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 1 февралдән «бер ғаиләгә бер льготалы ипотека» ҡағиҙәһе индерелде, өҫтәүенә ир менән ҡатын икеһе лә заемсы булырға тейеш ине. Ошо айҙан яңы төҙөлгән йорттарҙа (льготалы ипотека яңы төҙөлгән йорттарға ғына бирелә) фатир һатыу йылға ҡарата уртаса 10% кәмей, ә ихтыяж икенсел баҙарға күсә башланы. Айырыуса был баш ҡалаларға һәм көньяҡтағы ҙур ҡалаларға ҡағыла, ә Башҡортостан яңы төҙөлгән йорттарҙа фатир һатыу буйынса ун төбәк иҫәбенә инде.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.