

«Халҡыбыҙҙа элек-электән ҡот ҡойоу йолаһы йәшәп килә, — тип һөйләй музыканттар. — Бының өсөн өлкән ҡатындар ҡурҡҡан кешегә таҫтамал ябалар. Шунан һауытҡа һыу һалып, ауырыуҙың баш осонда тотҡан килеш, иретелгән ҡурғаш йәки балауыҙ ҡоялар. Һауыттың төбөндә кеше нимәнән ҡурҡҡан, шуның һындары (сылбырҙар, йыландар, имәнес йән эйәләре) күренә. Был ғәмәлде йөрәк һыны төшкәнсе ҡабатлайҙар. Шул рәүешле күңел тыныслана, ҡот кире ҡайта».
Йырҙың ҡушымтаһы кешегә генә түгел, тотош халыҡҡа, уның хәтеренә һәм көсөнә мөрәжәғәт иткән имләү кеүек яңғырай. Бында йыр башҡорттарҙың «Урал батыр» эпосы менән берләшә.
«Башҡорт ырыуҙары Урал ерендә, Урал батыр тирәләй берләшкән. Урал уларға ҡот биргән, ә Һомай иман бүләк иткән. Был аманат, ата-бабалар васыяты, һәр ғаиләлә һаҡланған һәм быуындан-быуынға тапшырылып килгән, ырыу һәм шәжәрә хаҡында хәтер менән бергә әсә һөтө менән һеңгән», — ти музыканттар.
Төркөм «Ural Batyr» туры өсөн махсус рәүештә муд-видеолар – концерттарҙа һәр йырҙы оҙатып барған видеоинсталляциялар төшөргән. Йырҙың һүҙҙәре рус теленә тәржемә менән тулыландырыла.
Бынан алдараҡ Башҡортостанда «Урал батыр» эпосын популярлаштырыуҙың яңы кимәлгә күтәрелеүе хаҡында хәбәр иткәйнек.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.