

Республикабыҙҙың ҙур делегацияһы «Иннопром. Үҙәк Азия» күргәҙмәһендә ҡатнаша. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров делегация программаһы һәм был күргәҙмәлә ҡатнашыуҙан нимә көтөүҙәре хаҡында һөйләне.
— Беҙ бер нисә йыл элек башлаған эште – партнерҙарыбыҙ менән мөнәсәбәттәр булдырыуҙы дауам итәбеҙ. Үзбәкстан беҙҙең ҡыҙыҡһыныуҙар өлкәһендә юғарыраҡ күтәрелә бара. Сөнки Үзбәкстан Республикаһының идара итеү командаһы ла, партнерҙарыбыҙ ҙа, төбәк башлыҡтары — хакимдар ҙа хеҙмәттәшлек итеү менән бик ҡыҙыҡһына. Шуға күрә хеҙмәттәшлек әүҙем бара. Был беҙҙең мөнәсәбәттәрҙә сираттағы этап.
Беренсенән, беҙ йәнә бизнес-миссия алып килдек, утыҙ ҙур, урта, бәләкәй предприятие. Ә хәҙер B2B һөйләшеүҙәр бара. Быларҙың барыһы ла нимәлә сағылыш таба? Беҙҙә тауар әйләнеше арта. Үзбәкстан, атап әйткәндә, Ташкент өлкәһе менән тауар әйләнеше арта, был беҙҙең партнер төбәк, беҙҙең мөнәсәбәттәр өсөн төп төбәк, Наманган, Фирғәнә өлкәһе һәм Ташкент менән дә хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Һуңынан ошо эшкә йомғаҡ яһала. Быйыл йыл башында республикала премьер-министр менән осрашыуҙа башланғыс һалынды, бында ла Абдулла Ниғмәт улы менән осрашыу була. Ә төшкө аштан һуң беҙ бөгөн Үзбәкстан Республикаһы президенты Шәфҡәт Миромон улы менән осрашабыҙ һәм яңы проекттар таныштырабыҙ.
Беҙҙең Төбәк фонды, ғөмүмән, бөтә республика шөғөлләнгән ҙур проект – Бекабадтағы технопарк, бында барыһы ла яңы резиденттар өсөн ярайһы уҡ отошло. Беҙҙең бер нисә резидент бар, улар унда экспортҡа продукция етештерәсәк. Был отошло, яҡшы, ярайһы уҡ ҙур эшсе көсө, беҙгә был технопарктың хоҡуҡи статусы сиктәрендә яҡшы шарттар булдырыла. Был Үҙәк Азияны аса – унда Афғанстан да, Ҡаҙағстан да эргәлә генә. Бер һүҙ менән әйткәндә, тотош Үҙәк Азия беҙҙең мәнфәғәттәр өлкәһендә буласаҡ.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.