Башҡортостанда 1 февралдән республикала эшләмәгән граждандар өсөн баланы йәш ярымға тиклем ҡарау буйынса пособие күләме (Урал коэффициентын иҫәпкә алып) 12 270 һум тәшкил иткән. Эшләп йөрөгән ата-әсәләргә түләү автоматик рәүештә башҡарылһа, эшләмәгәндәргә пособиены «мохтажлыҡты комплекслы баһалағандан һуң» ғына хуплайҙар (ғаиләнең килемен һәм мөлкәтен тикшерәләр).
Бер үк ваҡытта баланы йәш ярымға тиклем ҡарау буйынса пособиены ла, берҙәм пособиены ла алырға ярамай, тип белдерҙеләр Рәсәй Социаль фондының Башҡортостан бүлексәһендә.
Ведомствола билдәләүҙәренсә, республикала күп кенә ғаиләләргә берҙәм пособие түләнә. Уның күләме йәшәү минимумынан 50%, 75% йәки 100% тәшкил итә. Һандарҙа: 8 175 һум, 12 262,50 һум йәки 16 350 һум.
Әгәр һеҙгә берҙәм пособиеның максималь күләме (16 350 һум) хупланған икән, баланы йәш ярымға тиклем ҡарау буйынса түләүгә (12 270 һум) күсеүҙең файҙаһы юҡ. Һеҙ ай һайын яҡынса 4 мең һумды юғалтаһығыҙ. Шуға тәүҙә суммаларҙы сағыштырып, шунан һуң ғына ғариза яҙыу яҡшыраҡ. Ата-әсә 1,5 йәшкә тиклем түләүгә ғариза биргәс тә, берҙәм пособиены иҫәпләү туҡтатыла, тип иҫкәрттеләр Рәсәйҙең Социаль фондында.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.