

Башҡортостанда малдарҙың ауырыу осраҡтары асыҡланмаған, ләкин илдә эпизоотик хәл көсөргәнешле. 18 төбәктә, шул иҫәптән күрше Свердловск, Ырымбур өлкәләрендә, Удмурт һәм Сыуаш республикаларында сир сығанаҡтары теркәлгән.
«Ләкин тынысланырға ярамай. Беҙҙә ҡеүәтле агросәнәғәт комплексы, башҡа төбәктәр менән әүҙем хужалыҡ итеү бәйләнештәре бар. Шуға күрә беҙҙең бурыс – ауырыуҙың таралыуына юл ҡуймау», — тине премьер-министр Андрей Назаров хөкүмәттә уҙған кәңәшмәлә.
Ветеринария буйынса дәүләт комитеты рәйесе Азат Йыһаншин һүҙҙәренсә, вирус тиҙ йоға, шуға был ауырыуҙар бик хәүефле. Һанаулы сәғәттәр эсендә бер сирле мал йөҙләгән баш малды зарарлай. Хайуандарҙы дауалауҙан һөҙөмтә юҡ, ә ауырып терелгән малдар вирус йөрөтөүсе булып тора һәм оҙаҡ ваҡыт башҡа хайуандарҙы зарарларға мөмкин. Ветеринария ҡағиҙәләренә ярашлы, сир йоҡтороу ихтималлығы булған бөтә мал-тыуарҙы яндырырға кәрәк.
Хужалар иңендә ҙур яуаплылыҡ. «Малға прививка яһатыу мөһим. Вакцинаның бер дозаһы 26-42 һум тора, ә был бөтә малды һаҡлап ҡалырға мөмкин. Вакциналар һатып алыу буйынса ҡарарҙар әҙерләйбеҙ», — тип хәбәр итте премьер-министр.
Властар малдарҙы рөхсәтһеҙ индереүгә ҡаршы кәртәләр булдыра. Шулай уҡ ҡайһы берҙә ветеринария хеҙмәте менән килешмәйенсә республикаға мал йәки мал аҙығы килтереп, интернет-майҙансыҡтар аша һаталар. Тәжрибә күрһәтеүенсә, эпизоотик сығанаҡтарҙың 90% ашыу осрағы ауырыу малды килтереү менән бәйле, тип билдәләне дәүләт ветеринария комитеты етәксеһе.
Ҡырағай йәнлектәр ҙә сир таратыусы булырға мөмкин, һуңғы ваҡытта улар ҙа бик күбәйҙе.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.