09:49 (UTC+5), 24 Марта 2026

Башҡортостан райондарында участкаларҙы БПЛА ярҙамында тикшереү башлана

Ағымдағы йылда биш районда 31 ҡасабаны тикшереп сығыу планлаштырыла.

Фото: Башҡортостан буйынса Росреестр | архив
Элина Әхмәтова

2026 йылға Росреестр и Роскадастр Башҡортостандың биш муниципалитетында 31 тораҡ пунктты һауанан тикшерергә планлаштыра. Улар – Балтас, Дүртөйлө, Илеш, Краснокама, Учалы райондары. Эште өс БПЛА башҡара. Аппараттар 100-300 метр бейеклектә оса һәм һауа судноларына ла, халыҡҡа ла уңайһыҙлыҡтар тыуҙырмай. Тикшереү өсөн милекселәрҙең ризалығы кәрәкмәй, муниципалитеттарҙан рөхсәт алына, тип билдәләнеләр Башҡортостан буйынса Росреестрҙа.

Уҙған йылда Архангел, Ғафури, Иглин, Тәтешле, Ҡариҙел һәм Көйөргәҙе райондарында 34 ҡасаба тикшерелде, ер ҡануниәтен боҙоу билдәләре булған 964 участка асыҡланды, тип хәбәр иттеләр Росреестрҙан. Шулай уҡ аэрофототөшөрөү Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестры мәғлүмәттәрендә хаталарҙы төҙәтергә һәм ерҙең тәғәйенләнеше буйынса файҙаланыу-файҙаланылмауын, участкала ниндәй ҡаралтылар тороуын тикшерергә мөмкинлек бирә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Росреестр эшләү өсөн тәүге пилотһыҙ осоу аппараттарын 2022 йылда һатып алғайны.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2026-03-24/v-kakih-rayonah-bashkirii-zapustyat-bpla-dlya-obsledovaniya-uchastkov-4625141

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика