



26 февралдә Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында Башҡортостандың һәм Силәбе өлкәһенең «Төбәк-ара диалог: милли көс – төбәктәр берҙәмлегендә» бизнес-форумы эшләй башланы. Унда ике төбәктең машиналар эшләү, металл эшкәртеү, төҙөлөш материалдары етештереү, инжиниринг, энергетика, нефть, газ, химия һәм еңел сәнәғәт өлкәләрендә эшләгән 100-гә яҡын компанияһы ҡатнаша. Форумға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Силәбе өлкәһе губернаторы Алексей Текслер старт бирҙе.
– Республикабыҙҙың бер илде йәки төбәкте һайлап, улар менән тығыҙ эшләй башлау тәжрибәһе бар. Һөҙөмтәлә уртаҡ проекттар барлыҡҡа килә, тауар әйләнеше арта. Силәбе өлкәһе менән ошо процесты башланыҡ, уны туҡтатырға ярамай. Һеҙҙең менән хеҙмәттәшлек итеү беҙҙең өсөн бик ҡыҙыҡлы һәм ошондай үҙ-ара эш итеүҙең яҡшы һөҙөмтә биреүен күрәбеҙ, – тине Радий Хәбиров үҙенең сәләмләү һүҙендә. – Төбәктәрҙең етәкселәре ошо процестарға әүҙем йәлеп ителеүе бизнес өсөн бик мөһим. Шуға күрә барыбыҙға ла йышыраҡ осрашырға, сәнәғәттә, ауыл хужалығында, иҡтисадтың башҡа тармаҡтарында проекттарҙы үҫтерергә кәрәк. Шулай уҡ мәҙәни-гуманитар өлкәлә, туризм өлкәһендә лә хеҙмәттәшлек итеү мөһим. Шуға беҙ ике төбәктең бизнес-берләшмәһенең һөҙөмтәле эше өсөн бөтә шарттар булдырырға ниәтләйбеҙ.
– Бөгөнгө миссиябыҙҙың төп бурысы – сәнәғәт кооперацияһын нығытыу, предприятиеларыбыҙ һәм бизнес араһында үҙ-ара эш итеү. Бында ғәйәт ҙур мөмкинлектәр бар. Беҙгә алға барырға кәрәк. Төбәктәрҙә булған логистик мөмкинлектәрҙе, ғилми һәм етештереү базаларын әүҙемерәк файҙаланырға кәрәк, – тине Алексей Текслер.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.