12:03 (UTC+5), 25 Февраль 2026

Өфөлә СМАРТ-баҡсасы форумы уҙғарыла

27 февралдә Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында бишенсе СМАРТ-баҡсасы форумы үткәрелә. Унда коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ ширҡәттәре рәйестәре, идара ағзалары, шулай уҡ әүҙем баҡсасылар һәм эксперттар ҡатнаша, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Фото: Валерий Шахов / «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы
Галина Бахшиева

Программала — коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ ширҡәттәрен үҫтереүҙең төп йүнәлештәре буйынса тематик түңәрәк өҫтәлдәр, баҡсасылыҡ берләшмәләре өсөн махсуслаштырылған продукция һәм хеҙмәттәр күргәҙмәһе, шулай уҡ власть органдары вәкилдәре һәм тармаҡ эксперттары ҡатнашлығында консультациялар майҙансығы. Форумдың төп сараһы – коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ ширҡәттәрен комплекслы үҫтереүгә арналған пленар ултырыш.

Көн дауамында түңәрәк өҫтәлдәрҙә эксперттар коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ ширҡәттәренә транспорттың йөрөүен, электр үткәреүҙе һәм башҡа көнүҙәк мәсьәләләрҙе тикшерә.

V СМАРТ-баҡсасы форумын ойоштороусылар – Башҡортостан Хөкүмәте, Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы, коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ ширҡәттәрен үҫтереү буйынса республика идаралығы сығыш яһай.

«2022 йылдан баҡсасылыҡ ширҡәттәренә дәүләт ярҙамы күрһәтелә. Ошо ваҡыт эсендә коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ ширҡәттәрен үҫтереүгә республика бюджетынан 14 йүнәлеш буйынса 760 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән. Был 661 ширҡәттә инфраструктураны яҡшыртырға мөмкинлек бирҙе», – тип белдерҙеләр Ауыл хужалығы министрлығында.

Белешмә өсөн: әлеге көндә Башҡортостанда 1,5 меңгә яҡын коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ ширҡәттәре иҫәпләнә. Был күрһәткес буйынса республика Рәсәйҙә тәүге алты төбәк иҫәбендә.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2026-02-25/v-ufe-sostoitsya-v-forum-smart-sadovod-4591872

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика