Байрам көндәрендә «Башнефть» компанияһының яғыулыҡ ҡойоу станцияларында бензиндың хаҡы ҡиммәтләнгән. Бөтә яғыулыҡ маркаларының уртаса хаҡы 30 тингә артҡан. Шулай итеп, АИ-92 маркалы бензиндың бер литры 60,55 һум тора; АИ-92 ATUM – 61,90 һум; АИ-95 – 64,55 һум; АИ-95 ATUM – 65,80 һум; АИ-100 – 86,65 һум. Дизелдең хаҡы элеккесә 74,60 һум.
«Лукойл» компанияһының яғыулыҡ ҡойоу станцияларында ла хаҡ артҡан, тип хәбәр итә russiabase.ru сайты. АИ-92 бензины – 63,08 һум, АИ-95 – 67,78 һум, АИ-100 – 94,55 һум тора, ә дизель яғыулығы, киреһенсә, 2 тингә арзанайған (76,45 һум).
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, 4 февралдә лә Өфө яғыулыҡ ҡойоу станцияларында бензинға хаҡ артҡайны.
https://www.bashinform.ru/news/economy/2026-02-23/na-ufimskih-azs-izmenilis-tseny-na-toplivo-4588624