Ғинуарҙа илдә икенсел күсемһеҙ милек баҙарында фатирҙар һатыу кәмегән, ә хаҡтар күтәрелгән, тиелә «Фатирҙар донъяһы» платформаһында.
Мәҫәлән, ғинураҙа Өфөлә икенсел баҙарҙа «квадрат»тың уртаса хаҡы 131 мең һум самаһы тәшкил иткән (декабргә ҡарата +1,7%). Бер айҙа фатирҙың уртаса хаҡы 3,6% артып, 7 миллион һумға (6,97 миллион) яҡынлашҡан. Көҙ көнө генә күрһәткес 6,77 миллион һумдан артмаған.
Шул уҡ ваҡытта Башҡортостандың баш ҡалаһында яңы төҙөлгән йорттарҙың «квадраты» 5% (172 мең һумғаса) һәм уртаса фатирҙың 2,3% (7,62 миллион һумғаса) арзанайған.
Аналитиктар әҙер фатирҙар баҙарына иғтибарҙы артыуын барыһының да льготалы ипотеканан файҙалана алмауы менән аңлата, өҫтәүенә төҙөлөп ятҡан торлаҡ 20% тиерлек ҡиммәтерәк.