12:22 (UTC+5), 09 Января 2026

Республикала 9 туристик йүнәлештәге юлдар ремонтланды

Фото: Башҡортостандың Транспорт министрлығы / Башҡортостандың Транспорт министрлығы
Сергей Николаев

Башҡортостанда «Йәшәү өсөн инфраструктура» милли проекты сиктәрендә 9 туристик йүнәлештәге юлдар ремонтланды, тип хәбәр итә республиканың Транспорт министрлығы.

Бөтәһе 75 километрҙан ашыу юл норматив хәлгә килтерелгән. Эштәр Өфө – Инйәр – Белорет, Белорет – Учалы – Мейәс, Стәрлетамаҡ – Белорет – Магнитогорск, Өфө – Иглин – Ҡыҙылъяр – Павловка, Миәшәгәр — Торналы — Мөрсәлим, Стәрлетамаҡ – Раевка, Магнитогорск – Ира, Иҫке Собханғол – Мораҡ, Ишембай – Воскресенское – Мәләүез кеүек трассаларҙа башҡарылған.

«Башҡортостандың төп тәбиғәт ҡомартҡылары, туристик объекттар һәм йәйге ял итеү урындары Әбйәлил, Белорет, Ишембай, Ҡырмыҫҡалы, Учалы, Хәйбулла, Салауат һәм республиканың башҡа райондарында урынлашҡан. Тәүлегенә был юлдарҙан 1,5 меңдән 15 меңгә тиклем автомобиль үтеп китә. Шуға күрә юл эшселәре ошо йүнәлештәрҙең торошон контролдә тота», - тине республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республика етәксеһе Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса юл эшселәре бәләкәй ауылдар халҡын транспорт менән тәьмин итеүгә, шулай уҡ туристик объекттарға илткән юлдарға етди иғтибар бүлә.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2026-01-09/v-bashkirii-otremontirovali-dorogi-9-turisticheskih-napravleniy-4532097

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика