Граждандарҙың айырым категорияларына торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә түләү буйынса социаль ярҙам күрһәтеү өсөн төбәктәргә өҫтәмә рәүештә 2,8 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленә. Тейешле бойороҡҡа Рәсәй хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин ҡул ҡуйған.
Башҡортостанға ошо сумманан 227 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелә.
Һүҙ, атап әйткәндә, ветерандарға, инвалидтарға, шулай уҡ радиация йәки техноген һәләкәттәр һөҙөмтәһендә зыян күргәндәргә социаль ярҙам саралары хаҡында бара. Уларға торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр хаҡынан 50% тиклем компенсация ҡаралған. Төбәктәрҙең ошо маҡсатҡа сығымдары федераль ҡаҙнанан ҡаплана.
«Бойороҡ менән ҡаралған аҡса 43 төбәккә йүнәлтелгән», — тиелә министрҙар кабинеты белдереүендә.
2025 йылда бындай компенсацияларға бөтәһе 120 миллиард һумдан ашыу бүленгәйне. Өҫтәмә аҡса биреү мәсьәләһе кисә Рәсәй хөкүмәте ултырышында ҡаралды.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.