07:47 (UTC+5), 03 Декабря 2025

Өфөлә Халыҡ-ара бизнес аҙналығы асылды

Башҡортостандың баш ҡалаһында XVIII Халыҡ-ара бизнес аҙналығы эш башланы, тип хәбәр иттеләр республика хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән.

Фото: матбуғат хеҙмәте / Башҡортостан хөкүмәте
Галина Бахшиева

Глобаль саҡырыуҙар дәүерендә хеҙмәттәшлек стратегияһына арналған ҙур форумға рәсми делегациялар һәм халыҡ-ара бизнес-берләшмәләр вәкилдәре килде. Уҙған йылдарҙағы кеүек үк, Халыҡ-ара бизнес аҙналығында Ҡытай, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Белоруссия, Төркиә, Тажикстан вәкилдәре ҡатнаша.

Ҡатнашыусыларҙы һәр ваҡыттағыса бай эшлекле программа көтә. Мәҫәлән, бөгөн форумда һөҙөмтәле идара итеү мәсьәләләре тикшерелә: тематик дискуссиялар, секциялар һәм оҫталыҡ дәрестәре ойошторола. Көн дауамында идара итеү ҡарарҙары хакатоны эшләй. Бынан тыш, «Йыл эшҡыуары — 2025» республика конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы була.

Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров билдәләүенсә, Халыҡ-ара бизнес аҙналығы – Башҡортостан өсөн генә түгел, тотош Рәсәй өсөн дә мөһим ваҡиға.

«Был уникаль майҙансыҡта идеялар тыуа, ышаныс күперҙәре һәм оҙайлы партнерлыҡтар төҙөлә. Бөгөн беҙ 10 дәүләттең вәкилдәрен ҡабул итәбеҙ. Халыҡ-ара бизнес аҙналығында күп кенә сит ил компаниялары тәүге тапҡыр Рәсәй баҙарына инеү мөмкинлеген алды. Тимәк, беҙҙең форум донъяның күп кенә уйынсылары өсөн Рәсәйгә үҙенсәлекле тәҙрә булып тора», — тине Андрей Назаров.

Халыҡ-ара бизнес аҙналығы-2025 5 декабргә тиклем эшләй.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2025-12-03/v-ufe-otkrylas-mezhdunarodnaya-nedelya-biznesa-4491092

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика