

Башҡортостанда ҡала яны поездарында юл хаҡы 6-8% арта, тиелә республиканың Тарифтар буйынса дәүләт комитеты ҡарарында.
Кассала билет һатып алғанда тәүге 10 саҡрым өсөн хаҡ 29 һумдан 31 һумға тиклем арта, артабан һәр саҡрым өсөн 2,9 һумдан 3,1 һумғаса. «Ҡарлуғас»та һәм «Финист»а 34 һумдан 36 һумға тиклем һәм артабан шуға ярашлы.
«Рәсәй тимер юлдары пассажирҙарға» ҡушымтаһы аша – ғәҙәти электричкалар 25 һумдан 27 һумға тиклем һәм артабан шуға ярашлы. Хәҙерге составтарҙа иһә 28 һумдан 30 һумғаса.
Өфө агломерацияһында юл хаҡы 40 һумдан 45 һумға тиклем ҡиммәтләнә.
Дим – Иглин участкаһында билеттың билдәләнгән хаҡы – 35 һумдан 40 һумға ҡәҙәр.
Күрше төбәктәрҙең Башҡортостан аша үткән электричкаларында ла тарифтар шулай уҡ күтәрелә.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.