04:17 (UTC+5), 27 Ноября 2025

Башҡортостан бейек йорттар төҙөү буйынса өс лидер иҫәбенә инде

Республикала күпме 30 ҡатлы һәм унан бейегерәк йорттар төҙөлөүе билдәле булды.

Фото: визуализация / Уфановостройка.ру
Элина Әхмәтова

Быйыл Мәскәү агломерацияһынан ситтә урынлашҡан 16 ҡалала 30 ҡатлы һәм унан бейегерәк йорттар һалына башланы. Был турала Дом.рф-нан хәбәр иттеләр. «Дебютанттар» араһында — Владивосток (22 объект), Пермь (6) һәм Силәбе (3). Илдең 24 ҡалаһында үтә бейек йорттар төҙөлә.

Һуңғы биш йылда 30+ ҡатлы йорттар төҙөлә башлаған төбәктәр өс тапҡырға артҡан. 2021 йылдың башында Рәсәйҙең ете төбәгендә 56 бейек йорт төҙөлһә, бөгөн иһә 22 төбәктә 349 йорт.

Бындай объекттарҙың яртыһы Мәскәүҙә төҙөлә (172), шул уҡ ваҡытта 80 йорт 40 ҡаттан да юғарыраҡ. Икенсе урында — Свердловск өлкәһе (66), өсөнсөлә — Башҡортостан. Республикала 30 ҡаттан бейегерәк 23 йорт төҙөлгән һәм төҙөлә.

Хәбәр иткәнебеҙсә, Өфөлә ағымдағы йылда 35 күп фатирлы йорт һалына башланы һәм 16-һы файҙаланыуға тапшырылды: Башҡортостандың баш ҡалаһы өлөшләтә ҡатнашыу килешеүе буйынса торлаҡ төҙөлөшөн башлау буйынса Волга буйы федераль округында – беренсе, ә Рәсәйҙә 11-се урында тора. 

https://www.bashinform.ru/news/economy/2025-11-26/bashkiriya-voshla-v-troyku-liderov-po-stroitelstvu-zhilyh-vysotok-4482949

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика