08:45 (UTC+5), 26 Ноября 2025

«Башинформ» Өфөлә «Дзен Яңылыҡтар»ҙа Топ-3 медиа исемлегендә беренсе урынды алды

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы 2025 йылдың октябрендә миллионлы ҡалаларҙа «Дзен Яңылыҡтар»ҙа Топ-3 медиа исемлегендә беренсе урында.

Фото: Валерий Шахов / «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Галина Бахшиева

Өфөлә медиарейтингтың беренсе баҫҡысын «Башинформ» биләй. Икенсе урында — UfacityNews, өсөнсөлә – UfaTime. Дүртенсе урында — «Комсомольская правда — Уфа», бишенселә — Gorobzor.ru.

Рәсәйҙең баш ҡалаһында беренсе урынды Мәскәү мэры һәм хөкүмәтенең рәсми порталы алды, Екатеринбургта — E1.ru  (Shkulev), Ҡазанда — «Татар-информ» мәғлүмәт агентлығы, Краснодарҙа — «Краснодар» телеканалы, Красноярскиҙа — «АиФ Красноярск», Түбәнге Новгородта —  «В городе N» мәғлүмәт агентлығы, Новосибирскиҙа — «Сиб фм», Дондағы Ростовта — Donday, Һамарҙа —  «Һамар» ДТРК-һы, Санкт-Петербургта — «Фонтанка» (Shkulev) һәм Силәбелә — 74 ru (Shkulev).

«Миллионлы ҡалаларҙа «Дзен Яңылыҡтар» медиарейтингында «Башинформ»дың алдынғы позицияһы – йәнә мәғлүмәт агентлығы редакцияһы барған юлдың дөрөҫлөгөн һәм һөҙөмтәлелеген раҫлай. Контент ҡағиҙәләре ябай: оперативлыҡ, дөрөҫлөк, күп яҡлылыҡ. Беҙ төрлө темаларға һәм өлкәләргә ҡағылышлы төрлө форматтағы материалдар эшләйбеҙ. Беҙҙең яңылыҡтарҙа урындағы, төбәк һәм федераль көн тәртибе лә бар», — тип һөйләне  «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының баш мөхәррире Руслан Шәрәфетдинов.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2025-11-26/bashinform-vozglavil-top-3-media-v-dzen-novostyah-v-ufe-4482211

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика