

Еңеүселәрҙе һәм призерҙарҙы бүләкләү тантанаһы Краснодарҙа «Югагро» халыҡ-ара ауыл хужалығы күргәҙмәһендә үтте.
Башҡортостан умартасыһы Артём Черников дүрт наградаға лайыҡ булды. Яҡташыбыҙ төрлө үҫемлектәрҙән йыйылған бал өсөн – алтын һәм көмөш, йүкә балы өсөн көмөш һәм бронза миҙалдар бүләкләнде.
Башҡортостандың тағы бер умартасыһы Йәлил Хәкимов та йүкә балы өсөн – алтын, ҡатнаш бал өсөн көмөш миҙалдарға лайыҡ булды. Марат Иҙрисов иһә республикабыҙға ҡарабойҙай балы өсөн почетлы бронза миҙал алып ҡайтты.
«Конкурсҡа Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәренән быйыл ғына айыртылған бал ҡабул ителде, бер ҡатнашыусы һәр номинацияла өс төрлө бал тәҡдим итте. Эксперттар балдың тәбиғилеген һәм составын, сифат стандарттарына һәм ГОСТ-ҡа тап килеүен иҫәпкә алды», — тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.