01:41 (UTC+5), 12 Ноября 2025

Хәбиров: «Әбйәлил районындағы геологик разведкалау контроль аҫтында бара»

Фото: Валерий Шахов / "Башинформ"
Инсаф Хужабирганов

Башҡортостан Башлығы менән тура бәйләнештә Радий Хәбиров Әбйәлил районындағы баҡыр ятҡылығын геологик разведкалау республика хөкүмәтенең тулы контроле аҫтында бара тип белдерҙе. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте быйыл йәй был эштәргә федераль лицензия алды.

«Улар закон нигеҙендә геологик разведкаға лицензия алды һәм уны үткәрәләр. Әлбиттә, был йәһәттән кешеләрҙең бөтә аңлайышлы борсолоуҙарын яйға һалырға тырыштыҡ һәм аңлатыу эштәре алып барҙыҡ. Шул уҡ ваҡытта экологик мәсьәләне сәйәси йүнәлешкә һалырға һәм республикалағы хәлде тотороҡһоҙландырырға маташҡан дошман көстәре лә бар. Беҙ халыҡты уларҙан һаҡланыҡ, кешеләргә радиоактив ятҡылыҡтарҙың, чума вирусының һәм башҡаларҙың юҡлығын аңлатып бирҙек. Был дәүләт хеҙмәткәрҙәренең, эксперттарҙың һәм политологтарҙың профессиональ эше булды. Беҙ кешеләргә был ғәмәлдең бөтә ыңғай яҡтарын аңлатып, бөтә процесс беҙҙең контролдә буласаҡ һәм тәбиғәткә һәм тирә-яҡ мөхиткә зыян килтермәйәсәк, тип ышандырҙыҡ», – тине Радий Хәбиров.

Республика етәксеһе һүҙҙәренсә, компания районды үҫтереүгә 100 миллион һумдан ашыу аҡса һалған да инде.

«Был, ысынбарлыҡта, һирәк осраҡ. Иртәгә мин «Рус баҡыр компанияһы» менән ҙур һәм бик мөһим кәңәшмә үткәрәсәкмен, сөнки геологик разведка яйлап тамамлана һәм киләһе этапта туранан-тура эшкәртеү планлаштырыла. Инвестор аңлы, аҡыллы. Был кешеләр ҡайҙалыр Ниццала йөҙөм баҡсалары һатып алмай, ә аҡсаһын Рәсәйгә йүнәлтә», — тине Радий Хәбиров.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-11-11/habirov-geologorazvedka-v-abzelilovskom-rayone-idet-pod-nashim-kontrolem-4462634

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика