Блогер Дамир Вәхитов Башҡортостан Башлығы менән тура бәйләнештә Радий Хәбировтан республикала ниндәй компаниялар вахтовиктар башҡа төбәктәргә китмәһен өсөн лайыҡлы эш хаҡы тәҡдим итә ала тип һораны.
Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, Рәсәйҙә Себер һәм Алыҫ Төньяҡ үҙләштерә башлағандан алып, эш вахта нигеҙендә башҡарыла. Был йәһәттән Башҡортостандың үҙ тарихы бар. Ул ҙур күләмдә нефть сығарыуҙы башлаған тәүге төбәк — 1932 йылда Ишембай ятҡылығы асыла. Әммә, икенсе яҡтан, республикала йәшәүселәр яңы һөнәрҙәргә эйә була, нефть сығарыу буйынса бик күп белгестәр сыға. Бөгөн төбәктә тотош вахтовиктар быуыны йәшәй.
«Кешеләр вахтаға эш булмағанлыҡтан китә, тигән фекер бар. Әлбиттә, икенсе яҡтан ул да дөрөҫ, айырыуса ауылдарҙан вахтаға юлланыусылар күп. Әммә хәҙер һәр ҡалала ҙур сәнәғәт предприятиелары эшләй, улар яҡшы эш хаҡы тәҡдим итергә әҙер. Әммә, икенсе яҡтан, беҙ бер илдә йәшәйбеҙ. Себерҙе лә кемгәлер үҙләштерергә кәрәк. Һәм дәүләт, быны аңлап, унда шарттар булдыра, эш хаҡын күтәрә. Беҙ төбәктә ундай эш хаҡы тәҡдим итә алмайбыҙ. Баланс кәрәк. Был йәһәттән күп эш башҡарҙыҡ, беҙҙә «Башҡорт вахтаһы» программаһы булдырылғайны. Йәштәр өсөн төрлө компания етәкселәре менән осрашыуҙар ойошторҙоҡ», — тип уртаҡлашты республика Башлығы.
Радий Хәбиров әйтеүенсә, ҡайһы бер ир-егеттәр Себерҙә эшләүгә күнеккән. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, улар төбәк иҡтисадына үҙ өлөшөн индерә: шунда аҡса таба, ә эш хаҡын республикаға алып ҡайта, бында ғаилә ҡора, йорт һатып ала. Шәхси төҙөлөш вахтовиктарҙың аҡса табып, торлаҡ һатып алыуы һөҙөмтәһендә шулай уҡ үҫешә.
Лена Колоколова
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.