Башҡортостан агросәнәғәте предприятиелары әүҙем инвестиция сәйәсәте алып бара, яңы юғары технологик производстволары аса, етештереү ҡеүәтен арттыра. Һуңғы 6 йылда республикала тармаҡҡа йүнәлтелгән инвестициялар күләме 70 миллиард һумға барып еткән. Быйыл ғына 18 миллиард һумға 13 инвестиция проекты тормошҡа ашырыласаҡ. Был хаҡта Радий Хәбиров Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантаналы йыйылышта һөйләне.
— «Алтын көҙ» Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы күргәҙмәһендә республика продукцияһы юғары наградаларға лайыҡ булды. Беҙҙең ауыл хужалығы предприятиелары 50-нән ашыу миҙалға алды, уларҙың яртыһынан күберәге алтын миҙал менән бүләкләнде. Президентыбыҙ ауыл хужалығы тармағы алдында яуаплы маҡсаттар ҡуйҙы: ауыл хужалығы продукцияһын етештереүҙе арттырыу, экспортты үҫтереү, импортҡа бәйлелекте кәметеү. Был маҡсаттарға ирешеү өсөн етештереүсәнлекте арттырған заманса һәм һанлы үҙгәрештәр индереү, шул иҫәптән фәнни нигеҙҙәр булдырыу мөһим. Үҫемлекселектә тиҙләтеп үрсетеүҙең һөҙөмтәле алымдары өҫтөндә эшләйбеҙ. Етештереүсәнлекте арттырыу, хайуандар генетикаһын үҫтереү буйынса әүҙем эш алып барабыҙ. Малсылыҡта идара итеү системаларын, электрон трекерҙарҙы, роботлаштырылған системаларҙы уңышлы ҡулланабыҙ. Юғары квалификациялы ауыл хужалығы белгестәрен әҙерләү өсөн республика «Ауыл хужалығы тармағы өсөн кадрҙар» милли проектына ҡушылды. Быйыл уны тормошҡа ашырыу өсөн федераль ҡаҙнанан 774 миллион һум аҡса бүленгән. Беҙ әле Башҡорт дәүләт аграр университетының уҡыу корпусын ремонтлауға тотондоҡ. «Өҫтөнлөклө 2030» программаһы сиктәрендә беҙ «АгроБиоТех-Мәғариф» тигән яңы белем биреү моделен тормошҡа ашырабыҙ, — тине Радий Хәбиров.
Иң мөһим бурыс — ауылдарҙың үҫеше, уңайлы йәшәү шарттары булдырыу. Башҡортостанда ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү буйынса дәүләт программаһында ҡатнаша һәм лидерҙар иҫәбендә. Быйыл социаль объекттар, инженер инфраструктураһы, торлаҡ төҙөүгә һәм ремонтлауға республикаға 1,7 млрд һум аҡса бүленгән.
«Махсус хәрби операцияның ауыр осоронда ауыл хеҙмәтсәндәре һәм ауыл хужалығы предприятиелары алғы һыҙыҡта һәм тылда лайыҡлы көрәшә. Беҙ МХО яугирҙарына һәм уларҙың ғаиләләренә айырым иғтибар бүләбеҙ. Быйыл торлаҡ яҡшыртыуға дәүләт субсидияһы ауыл ерендәге 25 ғаиләнең 18-е — МХО яугирҙары ғаиләләре. Бөгөн барыбыҙҙан да берҙәм һәм ныҡ булыу, бөтә көстәрҙе һәм ресурстарҙы бер урынға туплау талап ителә. Тик берәгәйле эш ярҙамында ғына еңеп сыға аласаҡбыҙ, ҡуйған маҡсаттарға ирешәсәкбеҙ. Байрам менән, ныҡлы һаулыҡ, именлек, яңы ҡаҙаныштар», — тине Радий Хәбиров.
Республика етәксеһе ауыл хужалығында юғары һөҙөмтә күрһәткән 11 район башлығына дипломдар тапшырҙы. Ә 10 иң алдынғы комбайнер Радий Хәбиров ҡулынан «Лада Нива» автомобиленән асҡыстар алып ҡыуанды. Тантаналы сара сағыу концерт менән тамамланды.