
Ресурстар менән тәьмин итеүсе ойошмалар йылылыҡ өсөн квитанциялар әҙерләгән. Электрон белдереүҙәр бөгөн, 1 ноябрҙә, ә ҡағыҙға баҫылғандары ай башында почта аша ебәрелә.
Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтендә белдереүҙәренсә, ағымдағы йылдың 1 июленән Башҡортостанда йылылыҡ энергияһына тариф индексацияланды.
Ҡулланыу күләменә һәм хеҙмәт өсөн түләүгә йылытыу миҙгеленең иртәрәк башланыуы йоғонто яһаны. Быйыл Өфөлә 25 сентябрҙә (былтыр иһә 4 октябрҙә) йылы бирелде.
https://www.bashinform.ru/news/economy/2025-11-01/zhiteli-bashkirii-poluchat-scheta-za-teplo-4450255