Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.19
+0.3
93.51
+0.13
63.95
+0.43
5+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
1 Октябрь , 12:37

Башҡортостанда Ҡарман ДРЭС-ының реконструкцияланған 1-се энергия блогы сафҡа индерелде

Олег Яровиков
Фото:Олег Яровиков

1 октябрҙә Рәсәй энергетика форумын һәм 31-се «Урал Энергетикаһы-2025» халыҡ-ара күргәҙмәһен асыу барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров телекүпер режимында Ҡарман ДРЭС-ының йылылыҡ электр станциялары генерация ҡорамалдарын модернизациялау федераль программаһы сиктәрендә реконструкцияланған 1-се энергия блогын сафҡа индереүгә рөхсәт бирҙе. Яңыртыу эштәренән һуң Ҡарман ДРЭС-ы 1-се энергия блогының номиналь ҡеүәте 14,8 МВт арттырылып, 330 МВт еткерелә. Башҡарылған эштәр энергоблоктың иҡтисади һөҙөмтәлелек күрһәткестәрен яҡшыртырға, төп ҡорамалдарҙың ресурсын 30 йылға оҙайтырға һәм уның ышаныслы, аварияһыҙ эшләүен тәьмин итергә мөмкинлек бирергә тейеш.

Модернизациялау өсөн барлыҡ ҡорамалдар илебеҙҙең машиналар эшләү предприятиеларында етештерелгән.

Ҡарман ГРЭС-ы, Башҡортостан генерациялау компанияһы филиалы – Башҡортостанда иң ҡеүәтле йылылыҡ электр станцияһы.

Бөгөнгө көндә Ҡарман ДРЭС-ының электр ҡеүәте – 1855,9МВт, йылылыҡ ҡеүәте – 204 Гкал/сәғ. 

Радий Хәбиров шулай уҡ Иглин районындағы «Алаторка» ярҙамсы станцияһы эшенә старт бирҙе.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2025-10-01/v-bashkirii-zapustili-rekonstruirovannyy-energoblok-1-karmanovskoy-gres-4409514

Автор:Азат Ғиззәтуллин
Читайте нас: