

2026 йылда Өфөлә Халыҡ-ара халыҡ художество кәсептәре фестивале үткәрелә. Рәсәй төбәктәренән һәм сит илдәрҙән иң яҡшы оҫталар «Китап байрамы» халыҡ-ара йәрминкәһе тамамланғандан һуң баш ҡаланың Совет майҙанында үҙ ҡулдары менән эшләгән әйберҙәрен күрһәтә.
Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Креатив индустриялар сәғәте»ндә ошо турала һөйләне. Республика етәксеһе билдәләүенсә, баш ҡалала һөнәрселәр һәм халыҡ художество кәсептәре оҫталары үҙ изделиеларын һата алһын өсөн даими урындар билдәләргә кәрәк.
Бынан алдараҡ «Башинформ» 2025 йылдың 12 июнендә Өфөнө «Бөтә донъя һөнәрселек ҡалаһы» тип таныуҙары хаҡында хәбәр иткәйне. Башҡортостандың баш ҡалаһы Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып ошондай статусҡа эйә булды.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.