

Республика етәксеһе үҙенең ҡарары тураһында хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә белдерҙе һәм ҡулға алынған Рәйеф Әбдрәхимовтың «Башспирт» үҫешенә тос өлөш индереүен билдәләне.
«Беренсенән, Рәйеф Рамаҙан улы менән килеп тыуған хәлгә баһа биреүе ҡыйын, — тине Радий Хәбиров. — Һеҙ беләһегеҙ, мин профессиональ юрист һәм һәр ваҡыт ниндәйҙер баһаларҙан тыйылам. Әммә шуны әйтергә теләйем: мин предприятиены бөлгөнлөк юлына илткән Ноғоманов етәкселегендәге шайканы унан ҡыуып сығарғас, Рәйеф Рамаҙан улы бик ҡатмарлы эш башҡарҙы. Ул предприятиены көрсөктән сығарҙы. Хәҙер беҙ – барлыҡ күрһәткестәр буйынса илдә иң яҡшыларҙың береһе, ҡаты спиртлы эсемлектәр етештереү буйынса Рәсәйҙә бишенсе урынды биләйбеҙ. Акциздарҙың ғәҙәттән тыш артыуы. Предприятие 100 миллион һумдан ашыу килем күрһәтә һәм башҡалар. Аңлауығыҙса, ғәйепләүҙәрҙең асылын беләм. Быға ныҡ шикләнәм. Унда уны ҡурҡыныс енәйәтсе кеүек итеп тотмауҙарын һорап мөрәжәғәт итергә әҙермен. Белмәйем, ни өсөн ҡулға алырғалыр. Минең фекерем шундай. Уның өс балаһы бар. Шуға күрә Валерий Станиславович (Олейник - ред.), адвокаттар табығыҙ, үтенес менән мөрәжәғәт итергә әҙер булыуымды әйтегеҙ. Предприятие эшләргә тейеш. Александр Николаевич (Шельдяев - ред.), һөйләшеп килештек. Был еңел бирелмәне, бик нескә һәм ҡатмарлы эш. Шуға мин һеҙҙән вазифа башҡарыусы булып эшләүегеҙҙе һорайым. Ә Рәйеф Рамаҙан улын көтәбеҙ».
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, тәфтишселәр версияһы буйынса, Рәйеф Әбдрәхимов, 2022 йылдың авгусында «Башспирт» йәмғиәтенең генераль директоры вазифаһын биләгәс, Өфөлә мәҙәни мираҫ объекты тип иҫәпләнгән ике торлаҡ булмаған бинаны ҡуртымға алыу буйынса иҡтисади яҡтан файҙаһыҙ килешеүҙәрҙе өҙөү өсөн саралар күрмәгән. Был килешеүҙәрҙе «Башспирт»тың элекке етәкселеге конкурс процедураларын үткәрмәйенсә һәм иҡтисади нигеҙле булыу-булмауын баһаламайынса төҙөгән.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.