

1 сентябрҙән Рәсәй хөкүмәтенең уртаса эш хаҡын иҫәпләүҙең яңы тәртибен раҫлаған ҡарары үҙ көсөнә инергә тейеш. Башҡортостандың Дәүләт хеҙмәт инспекцияһында белдереүҙәренсә, яңы ҡағиҙәләргә ярашлы, уртаса хеҙмәт хаҡы иҫәбенә ингән түләүҙәргә премиялар һәм бүләкләүҙәр менән бер рәттән аҡсалата бүләкләү өҫтәлде.
Шулай уҡ яңы документта эштән киткәндә пособие иҫәпләү тәртибе аныҡланды.
«Хәҙер отпуск аҡсаһы күләме ярайһы уҡ үҙгәрә тигән мәғлүмәт бик дөрөҫ түгел. Элек тә отпуск аҡсаһын иҫәпләгәндә премиялар һәм башҡа түләүҙәр иҫәпкә алына ине», — тине Башҡортостанда Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы етәксеһе урынбаҫары Оксана Ванскова.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.