10:55 (UTC+5), 21 Августа 2025

Башҡортостан Башлығы йәштәрҙең ауыл хужалығы менән ҡыҙыҡһыныуы хаҡында һөйләне

Ҡалтасы районынан Дилара Низаметдинова һигеҙенсе йыл башҡорт тоҡомло аттар үрсетеү менән шөғөлләнә.

Фото: Башҡортостан Башлығының социаль селтәрҙәре
Элина Әхмәтова

Аграр университетты тамамлаған ҡыҙ ата-әсәһе ярҙамында «Экони» фермаһын асҡан. Хужалыҡ аттар, ит ризыҡтары, органик ашламалар һата. Хәҙер бында 450 ат бар. Предприятиены үҫтереүҙә дәүләттең дә ярҙамы ҙур. 2022 йылда Дилара ауыл хужалығы министрлығының «Ғаилә фермаһы» программаһы буйынса грант — 12,8 миллион һум отҡан. Был аҡса инә малдар һанын арттырыу (хәҙер улар 160), мал аҙығы әҙерләү өсөн техника һатып алыу, һуйыу цехы төҙөү өсөн тотонолған. Хәҙер һөтсөлөк йүнәлешен дә үҫтереү планлаштырыла.

Дилара башҡорт тоҡомло аттарҙы бик ярата. Был аттар сыҙамлы булыуы, ныҡлы иммунитеты һәм юғары етештереүсәнлеге менән айырылып тора.

Республикала ғаилә фермаларына ярҙам күрһәтеү ғәйәт ҙур популярлыҡ менән файҙалана. Биш йыл эсендә 98 фермер 887,5 миллион һумлыҡ грант алған.

«Республиканың ауыл хужалығына эшһөйәр, маҡсатҡа ынтылған, уңышҡа өлгәшергә теләгән йәштәрҙең килеүен күреүе ҡыуаныслы. Уларға уңыштар теләйем! Ә беҙ мотлаҡ ярҙам итербеҙ», — тип яҙҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2025-08-21/glava-bashkirii-rasskazal-o-fermershe-iz-kaltasinskogo-rayona-4356464

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика