11:24 (UTC+5), 15 Августа 2025

Радий Хәбиров республика предприятиеһын юбилейы менән ҡотланы

Республика етәксеһе Радий Хәбиров «ПОЛИЭФ» заводы коллективын һәм ветерандарын юбилейы менән ҡотланы.

Фото: Радий Хәбировтың телеграм-каналы
Галина Бахшиева

40 йыл элек, 1985 йылда, «Химволокно» Башҡортостан етештереү берекмәһе – хәҙерге «Полиэф» заводының дирекцияһы булдырыла.

«Предприятие коллективын һәм ветерандарын, Благовещен халҡын ошо күркәм юбилей менән ҡотлайым», — тип яҙҙы Радий Хәбиров үҙенең телеграм-каналында.

Әлеге ваҡытта «ПОЛИЭФ» Рәсәйҙә терефтал кислотаһы етештергән берҙән-бер предприятие һанала. Башҡортостан Башлығы һүҙҙәренсә, был иһә ПЭТ синтезы өсөн төп сеймал, унан һыу өсөн пластик шешәләр эшләйҙәр. Терефталь кислотаһын башҡа полиэфир материалдары етештереүҙә лә ҡулланалар.

Заводта ҙур инвестиция проекттары уңышлы тормошҡа ашырыла. Шул уҡ ваҡытта производствоны яңыртыуға, экологик программаларҙы үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленә. Бер нисә йыл инде бында икенсел сеймал ПЭТ гранулаһы етештерелә – һуңғы өс йылда 3 миллиард пластик шешә эшкәртелгән. Завод майҙансығында үҙенең ҡояш электр станцияһы бар.

«Предприятиеға тотороҡло үҫеш, ә уның бөтә хеҙмәткәрҙәренә — һаулыҡ һәм именлек теләйем», — тип йомғаҡ яһаны Башҡортостан Башлығы.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2025-08-15/radiy-habirov-pozdravil-s-yubileem-odno-iz-krupnyh-predpriyatiy-bashkirii-4350632

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика