

«Башҡортостан төҙөлөш комплексы ҡаҙаныштары менән хаҡлы ғорурлана. Һеҙҙең хеҙмәтегеҙ менән республика тотороҡло рәүештә алдынғы ун төбәк иҫәбенә инә, Волга буйы федераль округында икенсе урынды биләй. Былтыр һеҙ 3 миллион 350 мең квадрат метр төҙөп, рекордығыҙҙы яңырттығыҙ. Быйыл миллион квадрат метрҙан ашыу сафҡа индерелгән. Милли проекттар төҙөлөш тармағын үҫтереү өсөн яҡшы этәргес булып тора. Һуңғы алты йылда республикала йәмғеһе 53 мең уҡыусыға иҫәпләнгән мәктәптәр, 27 меңдән ашыу урынлыҡ балалар баҡсалары, 5 мең урынлыҡ дауаханалар, сменаһына 9 мең кешене ҡабул итеүгә иҫәпләнгән поликлиникалар һәм башҡа объекттар төҙөлгән. Үҫешкән инфраструктуралы (балалар һәм спорт майҙансыҡтары, скверҙар һәм парктар менән) заманса торлаҡ комплекстары булдырылған», – тип билдәләне Радий Хәбиров.
Төҙөүселәрҙең тырышлығы йөҙҙәрсә мең ғаиләнең тормошон үҙгәртте, тине республика етәксеһе. Һуңғы биш йылда 728 мең ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртты. Республикала торлаҡ менән тәьмин ителеш бер кешегә 30 квадрат метрҙан ашыуыраҡ тура килә, был иһә Рәсәй күрһәткестәренән юғарыраҡ.
«Быйылдан «Тормош өсөн инфраструктура» яңы милли проекты старт алды, ул «Торлаҡ», «Юлдар» проекттарын, коммуналь инфраструктураны яңыртыу программаларын берләштерә. Беҙ ошо эштә әүҙем ҡатнашабыҙ һәм федераль үҙәктең ярҙамын тоябыҙ. Мәҫәлән, бөгөн беҙ хаҡы 3 миллиард һумлыҡ республика математика лицейы төҙөлөшөнә старт бирҙек. Финанслауҙың төп өлөшө федераль бюджеттан бүленә», – тип билдәләне Башҡортостан Башлығы.
Радий Хәбиров фекеренсә, төп маҡсат төҙөлөш темптарын һаҡлап ҡалыу ғына түгел, киләсәккә яҡшы нигеҙ булдырыу ҙа. Республиканың ҡала төҙөлөшө потенциалы бөгөн 6 миллион квадрат метрҙан ашыу торлаҡ тәшкил итә. Коммуналь инфраструктуралы яңы майҙансыҡтар әҙерләнә.
«Бөгөн беҙ иң яҡшы төҙөлөш комплексының хеҙмәткәрҙәрен бүләкләйбеҙ. Һеҙгә иртәгәһе көнгә ышаныс, республика өсөн мөһим проекттарҙы тормошҡа ашырыуығыҙҙы теләйем. Һеҙгә һәм яҡындарығыҙға ныҡлы һаулыҡ, именлек юлдаш булһын», – тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров һәм төҙөлөш тармағының иң яҡшы вәкилдәренә республиканың дәүләт наградаларын тапшырҙы.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.